10 декабрь, Шәмбе

20 май 2015 йыл, 16:04

Башҡорт режиссерының фильмы «Алтын бәһлеүән» халыҡ-ара кинофорумында ҡатнаша

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Визит» фильмы 22-31 майҙа Севастополдә үтәсәк «Алтын бәһлеүән» XXIV халыҡ-ара кинофорумында ҡатнаша.

2013 йылда Өфө режиссеры Булат Йосопов төшөргән ҡыҫҡа метражлы фильм «Уйын фильмдары» номинацияһында баһаланасаҡ. Фильмды интернетта ла ҡарарға була.

Был номинацияла Балтик буйынан һәм Европанан 13 кинотаҫма ҡатнаша. Фестивалдә бөтәһе 170 нәфис, документаль һәм анимациялы фильмдар күрһәтелгән. Ойоштороусылары — «Алтын бәһлеүән» халыҡ-ара кинофорумы һәм Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы. Кинофорумдың почетлы рәйесе — Рәсәй Кинематографистар союзы рәйесе, Рәсәйҙең халыҡ артисы Никита Михалков.

«Визит» фильмында 1978 йылда Өфөгә Иордания королеваһы Дина Абдель Хамидтың килеүе хаҡында бәйән ителә. Ул Рудольф Нуриевтың әсәһе менән осраша. Төп ролдәрҙе Лаура Кеосаян, Рәмзил Сәлмәнов, Таңсулпан Бабичева уйнай. Сценарий авторы һәм ҡуйыусы режиссеры — Булат Йосопов, композиторы — Влад Савватеев, көйҙәр «Башҡортостан» камералы оркестры тарафынан уйналған, дирижеры — Рөстәм Сөләймәнов.