11 декабрь, Йәкшәмбе

20 май 2015 йыл, 14:14

Силәбе өлкәһендә башҡорт дин белгесенең мәҙрәсәһе тергеҙеләсәк

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Силәбе өлкәһендә мәҙрәсә асырға ниәтләйҙәр. Властар мосолман ойошмаһы менән берлектә «Рәсүлиә» мәҙрәсәһен тергеҙергә йыйына. Уҡыу йорто Троицк ҡалаһында барлыҡҡа килергә тейеш. 21 майҙа үтәсәк «Рәсүл уҡыуҙарында» ошо мәсьәлә буйынса ҡарар ҡабул ителәсәк.

Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенән хәбәр итеүҙәренсә, мәҙрәсәне күренекле дин һәм йәмәғәт эшмәкәре Зәйнулла Рәсүлев һалдырған. Конференция барышында чиновниктар төҙөлөштө ҡаланың мосолман ойошмаһына тапшырыу мәсьәләһен тикшерергә ниәтләй.

«Беҙ Силәбе дәүләт университетының Троицкиҙағы филиалы ҡарамағында булған иҫке мәҙрәсәне кире ҡайтарырға әҙерләйбеҙ. Тергеҙелгәндән һуң мәҙрәсә Урал федераль округында берҙән-бер махсуслаштырылған уҡыу йорто буласаҡ», — тип аңлатма бирҙе Троицк хакимиәте башлығы Александр Виноградов.