6 декабрь, Шишәмбе

20 май 2015 йыл, 13:21

Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостан урмандарында янғынға ҡаршы махсус режим иғлан ителде. Республиканың Урман хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, ул төбәк Хөкүмәтенең бойороғона ярашлы ғәмәлдә буласаҡ.

Махсус режимға бәйле тораҡ пункттарҙа янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү көсәйтелгән, бөтә янғын һүндереү бүлектәрендә тәүлек әйләнәһенә дежур итеү ойошторола, халыҡ менән аңлатыу эштәре алып барыла.

Янғын миҙгеле башланғандан алып Башҡортостанда 10 урман янғыны теркәлгән. Уларҙың туғыҙы — хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәүҙән, икәүһе йәшендән сыҡҡан, берәүһенең сәбәптәре билдәһеҙ. Уттан зыян күргән майҙандың күләме 50,7 гектар тәшкил иткән.