8 декабрь, Кесе йома

20 май 2015 йыл, 12:43

Өфөлә БРИКС илдәренең элемтә һәм киң коммуникациялар министрҙары осрашыуы уҙа

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостандың баш ҡалаһында 9-10 июлдә Өфөлә үтәсәк БРИКС саммитының дауамы булараҡ Рәсәй, Көньяҡ Африка Республикаһы, Һиндостан, Ҡытай Халыҡ Республикаһы һәм Бразилия илдәренең элемтә һәм киң коммуникациялар министрҙары осрашыуы уҙа. Бындай ҡарар Кейптаунда Рәсәйҙең элемтә һәм киң коммуникациялар министры Николай Никифоровтың Көньяҡ Африка Республикаһының элемтә министры Файт Мутамби һәм телекоммуникациялар һәм почта элемтәһе министры Сиабонги Квеле менән осрашыуы барышында ҡабул ителде.

Рәсәйҙең элемтә һәм киң коммуникациялар министры Көньяҡ Африкалағы коллегалары менән БРИКС илдәренең ИТ-компаниялары менән хеҙмәттәшлек нигеҙендә асыҡ операция системаһында альтернатив программа продукттарын әҙерләүҙе үҫтереү өсөн халыҡ-ара индустриаль  консорциум булдырыу мөмкинлеген тикшерҙе. «Хәҙерге көндә мобиль операция системаһын булдырыу буйынса халыҡ-ара проект әҙерләнә, уға бер нисә БРИКС илдәре инә. Партнерҙар араһында Көньяҡ Африка Республикаһынан, БРИКС-тың башҡа илдәренән инвесторҙарҙы күрергә теләйбеҙ», — тине Николай Никифоров.

Николай Никифоров Көньяҡ Африка Республикаһының элемтә министры Файт Мутамби менән киң коммуникациялар өлкәһендә БРИКС илдәре хөкүмәттәре араһында килешеүҙе әҙерләүҙе тикшерҙе.

Рәсәйҙең элемтә һәм киң коммуникациялар башлығының Көньяҡ Африка Республикаһының телекоммуникациялар һәм почта элемтәһе министры Сиабонги Квеле менән осрашыуында интернет менән идара итеүҙе халыҡ-ара кимәлгә еткереү, электрон хөкүмәт, спутник бәйләнеше өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү, халыҡ-ара роумингтың хаҡын төшөрөү мәсьәләләре хаҡында һүҙ барҙы, тиелә ведомствоның белдереүендә.