4 декабрь, Йәкшәмбе

20 май 2015 йыл, 11:52

Рөстәм Хәмитов Куйбышев тимер юлы начальнигы Сергей Соложенкин менән осрашты

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 19 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Рәсәй тимер юлдары» йәмғиәте филиалы — Куйбышев тимер юлы начальнигы Сергей Соложенкин менән осрашты. Яҡтар Өфө тимер юлының ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреүгә әҙерлек барышын, шулай уҡ ҡала яны маршруттарында пассажирҙар ташыуҙы ойоштороу мәсьәләләрен тикшерҙе.

– ШОС һәм БРИКС саммиттарына 50 көн ҡалды. Ҡунаҡтарҙың бер өлөшө поезд менән килә. Әммә был да бик мөһим түгел. Иң мөһиме – вокзал халыҡ өсөн уңайлы булырға тейеш. Шул арҡала пассажирҙар ағымы ла артһын ине, – тине Рөстәм Хәмитов.

– Халыҡ-ара саммиттарға әҙерләнгәндә вокзал төҙөлөшөн генә күҙ уңында тотмайбыҙ. Инфраструктураны, биналарҙы, ҡоролмаларҙы ремонтлайбыҙ. Бөтә саралар ҙа контролгә алынған һәм билдәләнгән ваҡытҡа бойомға ашырыласаҡ, – тип яуапланы республика Башлығына Сергей Соложенкин. – Вокзалға килгәндә, 20 июнгә тиклем ваҡыт бар. Бөгөнгө көндә бөтә эштәрҙе билдәләнгән ваҡытҡа башҡарып сығыуға бөтә көсөбөҙҙө һалабыҙ.  

Төбәк етәксеһе ҡала яны поездары һәм электричкалары эшен ойоштороу темаһына ла ҡағылды.

– Беҙҙә хәлдәр ҡәнәғәтләнерлек. Әммә был мәсьәләне лә хәл итеү талап ителә, сөнки кешеләрҙән хаттар күп килә. Туҡталыштарҙы, платформаларҙы яңыртырға кәрәк, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

– Башҡортостан – ҡала яны маршруттарын һаҡлап ҡалған бер нисә  төбәктәрҙең береһе. Бөгөн халыҡтың ихтыяжы тулыһынса ҡәнәғәтләндерелә. Киләсәктә Шаҡша – Шишмә ҡала электричкаһы үҫешенә бәйле мәсьәләне ҡараясаҡбыҙ. Яңы платформалар төҙөй башланыҡ та инде, – тип хәбәр итте Сергей Соложенкин.