11 декабрь, Йәкшәмбе

20 май 2015 йыл, 10:29

Рөстәм Хәмитов: «Беҙ агросәнәғәт комплексы үҫеше темптарын арттырырға бурыслы»

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 19 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығы үҫешенең һөҙөмтәлелеген күтәреү мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, муниципалитет башлыҡтары, ҙур агросәнәғәт предприятиелары етәкселәре һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

– Бер яҡтан, республикабыҙ – Рәсәйҙең ҙур аграр төбәге. Беҙ күпләп һөт, ит, йомортҡа, иген етештерәбеҙ. Икенсе яҡтан, ауыл хужалығының һөҙөмтәлелеге түбән. Етештергән продукциябыҙҙың сығымдары ҙур, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығына ныҡ ярҙам итәбеҙ. «500 ферма» кеүек программалар буйынса эшләйбеҙ. Алға китеш бар. Шул уҡ ваҡытта конкуренттар ҙа беҙҙән ҡалышмай. Беҙ агросәнәғәт комплексы үҫеше темптарын арттырырға бурыслы.

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, Башҡортостанда эшләүсе инвесторҙарҙың күбеһе – башҡа төбәктәрҙән. Шәхси инвестиция проекттары юҡ тиерлек.

– Беҙ үҙебеҙ ресурстар, аҡса таба белмәйбеҙ. Шуға күрә һуңғы бер нисә тиҫтә йылда республикала ҙур ауыл хужалығы производстволары булманы. Тармаҡта бер кешегә етештереү күләме аҙ. Был йылына 750-800 мең һум самаһы. Алдынғы төбәктәр 2 миллион һумлыҡ сикте күптән уҙған. Бындай үҫеш темптары менән алға китеш булмаясаҡ, – тине Башҡортостан Башлығы.

Рөстәм Хәмитов машина-трактор станцияһының һәм дәүләт унитар предприятиеларының һөҙөмтәһеҙ эшләүен билдәләне. Ҡайһы бер райондарҙа унға яҡын ҙур объект әле һаман да төҙөлөп бөтмәгән.

– Импортты алмаштырыу хаҡында, баҙарҙар асыла, эшләү өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырыла тип һөйләйбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Инвесторҙар иҫәбенә түгел, ә үҙ ҡулдарыбыҙ менән эшләргә кәрәк. Беҙҙә ҙур, ҡеүәтле хужалыҡтар булырға тейеш.

Башҡортостан алдынғылар рәтендә иҫәпләнгән тармаҡтарҙа ла үҫеш өсөн ҙур мөмкинлектәр бар, тип билдәләне республика Башлығы.

– Ауыл хужалығына дотациялар етерлек күләмдә бүленә. Йыл һайын был һандар 5 миллиард һумдан аша. Беҙ артабан да булышасаҡбыҙ, әммә яҡшы һөҙөмтәләр кәрәк. Сөнки һәр ваҡыт ошондай күләмдә ярҙам күрһәтә алмайбыҙ, – тип билдәләне төбәк етәксеһе. – Ярҙам адреслы, маҡсатлы булырға тейеш. Кредит ставкаһын субсидиялау, яңы ҙур ауыл хужалығы производстволарын төҙөү. Бөгөнгө көндә инвесторҙарға етерлек ярҙам итәбеҙ. Сусҡа комплексын төҙөгән бер инвесторға 400 миллион һум, Әлшәйҙәге ҡошсолоҡ комплексы өсөн 200 миллион бирелде. Һөҙөмтәләр юҡ – ит, ҡош ҡайҙа?

Ошо бурыстарҙы хәл итеү өсөн Рөстәм Хәмитов 7-10 көн эсендә ауыл хужалығы һөҙөмтәлелеген күтәреү мәсьәләләре менән шөғөлләнәсәк махсус комиссия төҙөргә тәҡдим итте. Уның составына Хөкүмәт етәкселәре, муниципалитет һәм ижтимағи хәрәкәт вәкилдәре инәсәк.

Сығыштың тулы стенограммаһы республика Башлығының рәсми сайтында бирелгән.