Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре башлана

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Май аҙағында Башҡортостанда, ғәҙәттәгесә, Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре үткәрелә. Республика ҡала һәм райондарында Рәсәйҙәге берҙән-бер сиркәү-дәүләт байрамына арналған бик күп саралар ойошторола.

Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортонан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө районында тантаналар «Ҡыҙыл Яр» тарихи-мәҙәни үҙәгендә 21 майҙа башлана. Бында ХХIII боронғо рус йыры район фольклор байрамы үтә. Программала биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм милли аҙыҡтар күргәҙмәһе ҡаралған. Байрамда Өфө районының фольклор коллективтары ҡатнаша.

Сарала ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар рус тарихи-мәҙәни үҙәгенең эшмәкәрлеге менән танышасаҡ, 2015 йылдың апрелендә асылған Башҡортостан рустары музейын ҡараясаҡ.

Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәренә бағышланған тантаналар республиканың күп ҡала һәм райондарында уҙғарыла. Өфөлә сара бөгөн, 19 майҙа, киске сәғәт 6-ла 5-се Балалар музыка мәктәбендә концерт менән асыла. 22 майҙа Федоровка Мәҙәниәт йортонда «Ҡиммәтле мираҫ» исемле концерт була. 25 майҙа «Беренсе май» мәҙәниәт һәм ял паркында таҡмаҡтар бәйгеһе ойошторола.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть