8 декабрь, Кесе йома

19 май 2015 йыл, 16:33

Республикала аҙыҡ-түлек кәрзиненең хаҡы инфляцияға ҡарағанда тиҙерәк арта

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Апрелдә республикала аҙыҡ-түлектең минималь йыйымы 3529,68 һум торған. Йыл башынан ул 11,6 процентҡа артҡан, шул уҡ ваҡытта төбәктә инфляция 7,2 процент тәшкил иткән. Был һандар Ростаттың төбәк органы материалдарында бирелгән.

Ғәҙәти аҙыҡ-түлек йыйымына 33 төр аҙыҡ инә. Аҙыҡ-түлек кәрзине хаҡын иҫәпләгәндә продукттарҙы ҡулланыуҙың шартлы нормалары файҙаланыла һәм төбәктәге уртаса хаҡтар иҫәпкә алына.