9 декабрь, Йома

19 май 2015 йыл, 16:12

Башҡортостан иң йәш автопаркы булған төбәктәр иҫәбенә инә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан Рәсәйҙә иң йәш автомобилдәр паркы булған 15 төбәк иҫәбенә инә. Республикала еңел автомобилдәрҙең уртаса йәше 10,7 йыл тәшкил итте.

«Автостат» агентлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, илдә еңел машиналарҙың уртаса йәше — 12,4 йыл. 30 төбәктең паркы ошо күрһәткестән йәшерәк булыуы асыҡланған. Башҡортостан машиналарҙың уртаса йәше 10,7 йыл тәшкил иткән рейтингта 13-сө урынды биләй.

Тикшеренеүҙә Рәсәйҙең 83 төбәге ҡатнашҡан. Иң «оло» парк Алыҫ Көнсығышта һәм Себерҙә теркәлгән. Мәҫәлән, Камчатка крайында йәшәүселәр 20 йылдан ашыуыраҡ тарихы булған автомобилдәрҙә йөрөй. Был Калининград өлкәһенә лә ҡағыла — бында еңел машиналарҙың уртаса йәше — 18,4 йыл. Иң йәш автомобилдәр — Татарстанда, Ханты-Манси округында, Пермь крайында, Мәскәүҙә һәм Һамар өлкәһендә. Уларға 10 йыл да юҡ.