9 декабрь, Йома

19 май 2015 йыл, 14:57

Төбәктә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға өйҙә бушлай социаль ярҙам күрһәтеләсәк

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм инвалидтарға өйҙә бушлай социаль ярҙам күрһәтеләсәк. Республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары пленар ултырышта ҡарау өсөн тейешле закон проектын ҡабул итте. Закон проектын бер юлы беренсе һәм аҙаҡҡы уҡыуҙарҙа ҡабул итергә хәл ителде.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, закон проекты Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, инвалидтарына социаль хеҙмәттәр күрһәтеүгә ҡағыла. «Башҡортостан Республикаһында халыҡты социаль хеҙмәтләндереү тураһында» Законға үҙгәрештәр индереү ошо категорияға ҡараған граждандарға өйҙә бушлай социаль ярҙам алыуға хоҡуҡ биреүҙе күҙ уңында тота.

«Элекк улар өсөн бындай хеҙмәттәр түләүле ине. Закон ҡабул ителгәндән һуң һәр ветерандың өйҙә бушлай хеҙмәттәр алыу мөмкинлеге буласаҡ», — тип һөйләне Константин Толкачев.

Дәүләт Йыйылышының һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты рәйесе Николай Никитин әле республикала ғәмәлдә булған халыҡты социаль хеҙмәтләндереү тураһында закон бәлиғ булмағандарға һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә, милләт-ара конфликттарҙа зыян күргән кешеләргә өйҙә бушлай ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота тип билдәләне. Хәҙер исемлеккә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ла өҫтәләсәк.