Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

«Ҙур ҡала йондоҙҙары» өфөләрҙе филармонияға саҡыра

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

21 майҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы үҙенең ижад миҙгелен яба. Тамашасыларға «Ҙур ҡала йондоҙҙары» программаһы тәҡдим ителә.

Байрамға килеүселәрҙе ҡурай моңо һәм арфа менән ҡаршы аласаҡтар. Ҡунаҡтар шоколад фонтаны, милли эсемлектәр — буҙа һәм ҡымыҙ менән һыйланасаҡ.  

Ҙур залда билдәле сәхнә йондоҙҙары Нәзифә Ҡадирова, Вәхит Хызыров, Әлфиә Юлсурина, Радик Вәлмөхәмәтов, Римма Амангилдина, Руслан Сәйфетдинов, Марсель Ҡотоев, «Карауан», «Далан» һәм «Сармат» фольклор-эстрада төркөмдәре, «Ҡыҙыҡ һәм Мәҙәк» эстрада көлкө театры сығыш яһаясаҡ. Филармония солистары һәм коллективтары башҡарыуында популяр башҡорт, рус һәм сит ил композициялары яңғыраясаҡ.

«Филармонияла 76-сы ижад миҙгеле тамамлана. Быйыл Өфө тамашасылары һәм баш ҡала ҡунаҡтары төрлө мауыҡтырғыс тамашалар ҡараны. Филармония сәхнәһендә «Дирижерҙар парады», Орган фестивале, V Халыҡ-ара Раштыуа фестивале, «Урал ауазы» II Халыҡ-ара оркестрҙар һәм халыҡ уйын ҡоралдары ансамблдәре конкурс-фестивале үтте. Буласаҡ әсәйҙәр һәм сабыйҙар өсөн «Музыканы бергәләп тыңлайбыҙ» концерттар циклы дауам итә. Әҙәбиәт йылы уңайынан «Әҙәби шишәмбе», «Музыкаль карусель», «Оркестр менән әкиәттәр» проекттары башланды», — тип һөйләне филармонияның матбуғат секретары Лиана Сөләймәнова.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть