Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Өфө урамдарында туристар өсөн файҙалы Яндекс.Карталар барлыҡҡа килде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Өфө урамдарында Яндекс.Карталар менән ун мәғлүмәт стенды ҡуйылды. Унда ҡаланың иҫтәлекле урындары хаҡында мәғлүмәт бирелгән. Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ошо маҡсат өсөн реклама урындарын «Ҡала рекламаһы» муниципаль бюджет учреждениеһы биргән. Проект Яндекс башланғысы буйынса мэрия менән берлектә ғәмәлгә ашырылған.

Бөгөнгө көндә ҡалала 10 мәғлүмәт стенды бар. Һәр картала яҡында урынлашҡан һәйкәлдәр һәм музейҙар билдәләнгән, уларға нисек барырға һәм юлға күпме ваҡыт китәсәге күрһәтелгән. Мәҫәлән, Еңеүҙең 50 йыллығы скверынан алыҫ түгел 10 музей һәм 20 һәйкәл бар. Ярты сәғәт эсендә – Заманса сәнғәт музейына, 40 минутта Аксаков йортона барып етергә мөмкин. Дөйөм алғанда, макеттарҙа Өфөләге 39 һәйкәл һәм 19 музей урын алған. Музейҙарҙың эш режимы, бәйләнештәр һәм билет хаҡы күрһәтелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть