Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Өфө нефть университеты Ҡытайҙың юғары уҡыу йорто менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Өфө дәүләт нефть техник университеты Ҡытайҙың юғары уҡыу йорто менән хеҙмәттәшлек итәсәк. Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Рәмил Бәхтизиндың, стратегик үҫеш буйынса проректор Марат Хөсәйеновтың һәм Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек идаралығы етәксеһе Наил Чанышевтың Ҡытай нефть университетына рәсми сәфәре барышында ошо хаҡта һөйләшеп килешелде.

Уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, сәфәр сиктәрендә ике вуздың фәнни һәм белем биреү хеҙмәттәшлеге, академик мобиллек хаҡында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. Атап әйткәндә, документ студенттарға телде өйрәтеү өсөн уҡытыусылар менән алмашыуҙы күҙ уңында тота. Ҡытай нефть университеты хеҙмәткәрҙәре Өфө нефть университетында — ҡытай, ә Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусылары Пекин университетында рус теленән уҡытасаҡ. Шулай уҡ бакалавр һәм магистр программалары буйынса «икеләтә диплом» программаһы ла ҡарала. Бынан тыш, өҫтәмә һөнәри белем биреү программалары, ғилми эштәр буйынса мәғлүмәт менән алмашыу булдырыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть