Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

23 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала йәштәргә транспорт һәм элемтә предприятиеларында вакансиялар тәҡдим ителә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 19 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

21 майҙа Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә — йәштәр биржаһында транспорт һәм элемтә предприятиелары өсөн вакансиялар йәрминкәһе була. Тәҡдим ителәсәк вакансиялар араһында әйҙәүсе инженер, хеҙмәтте һаҡлау һәм хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженер, автомобиль водителе, диспетчер, электрик, электромонтер, экономист, бухгалтер бар.

Халыҡ мәшғүллеге үҙәге белгестәре һөнәри йүнәлеш, хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса консультация бирәсәк. Эш эҙләүселәр өсөн «Уңышҡа табан 10 аҙым» оҫталыҡ дәресе ойоштороласаҡ.

Йәрминкә иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 12-гә тиклем Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса уҙасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть