9 декабрь, Йома

18 май 2015 йыл, 17:28

1 сентябрҙән уҡыусылар Рәсәй тарихын яңы дәреслектәрҙән өйрәнәсәк

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Яңы уҡыу йылында мәктәптәрҙә Рәсәй тарихын яңы тарихи-мәҙәни стандарт буйынса яҙылған дәреслектәрҙән өйрәнә башлаясаҡтар. Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы «Просвещение» һәм «Дрофа» нәшриәттәренең 6-9, 10-11 класс, «Русское слово» нәшриәтенең 6-9 класс дәреслектәрен хупланы. «Русское слово» нәшриәтенең 10 класс өсөн дәреслеге экспертиза үтмәне, тип хәбәр ителә Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы сайтында.

37 дәреслек яңы стандарттарға тап килмәүҙәре сәбәпле, исемлектән төшөп ҡалған.

«Федераль исемлектән алынған Рәсәй тарихы буйынса дәреслектәр менән улар иҫкергәнсе файҙаланырға була. Былтыр Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы Рәсәйҙең тарихи ойошмаһы менән берлектә уҡытыусылар өсөн махсус рәүештә методик тәҡдимдәр әҙерләне, шуларға ярашлы уҡытырға мөмкин», — тип Рәсәй мәғариф министры урынбаҫары Наталья Третьяктың һүҙҙәрен килтерә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.

Дәреслектәрҙе йөҙгә яҡын бойондороҡһоҙ эксперттар тикшергән.

«Дәреслектәр, ысынлап та, яҡшы: яңы, заманса, электрон варианттары бар. Мин мәктәптә тарих фәненән белем биреүҙең сифаты артыр, тип ышанам», — тип билдәләне Наталья Третьяк.