4 декабрь, Йәкшәмбе

18 май 2015 йыл, 16:46

Силәбе өлкәһендә «Рәсүл уҡыуҙары» үтә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһында «Рәсүл уҡыуҙары: Ислам Рәсәйҙең тарихында һәм бөгөнгө тормошонда» исемле бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция ойошторола. Форум Башҡортостанда тыуып үҫкән билдәле мәғрифәтсе Зәйнулла Рәсүлевтың иҫтәлегенә арналған. Конференция Силәбе өлкәһендә дүртенсе тапҡыр уҙғарыла.

Форум фәнни берекмәне Рәсәй мосолмандарының тарихи һәм рухи традицияларын, донъялағы ислам берләшмәһенең мөһим проблемаларын, хәҙерге заманда диндең ролен тикшереүгә йәлеп итеү маҡсатында үткәрелә. Конференцияла төбәк башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдары, хоҡуҡ һаҡлау органдары, фәнни берекмә, йәмәғәт берләшмәһе һәм дини ойошма вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Форумға Башҡортостандан һәм башҡа төбәктәрҙән ҡунаҡтарҙың килеүе көтөлә.

Дәүләт, гражданлыҡ йәмғиәте институттары һәм традицион ислам вәкилдәре араһында үҙ-ара килешеп эш итеүҙе үҫтереү конференцияның төп темаһы буласаҡ.

«Рәсүл уҡыуҙары» программаһы сиктәрендә Силәбе дәүләт университетының Троицк филиалында бер нисә секция эшләйәсәк, унда Силәбе өлкәһе, Башҡортостан, Татарстан ғалимдары сығыш яһаясаҡ.

Конференция барышында Силәбе өлкәһе һәм Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты, шулай уҡ Силәбе өлкәһе мосолмандарының төбәк диниә назараты араһында социаль партнерлыҡ тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыласаҡ.

Зәйнулла Рәсүлев — күренекле дин әһеле һәм йәмәғәт эшмәкәре. Билдәле мәғрифәтсе 1833 йылдың 25 мартында Шәрип ауылында (Башҡортостандың хәҙерге Учалы районы) тыуған. Һуңынан Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең танылған шәйехе булып китә, Троицкиҙа «Рәсүлиә» мәҙрәсәһен аса. 1917 йылда вафат була. Донъяла уның юлынан барыусы шәкерттәр бик күп.