4 декабрь, Йәкшәмбе

18 май 2015 йыл, 15:54

Башҡортостан спортсыһы — самбо буйынса Европа чемпионы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан спортсыһы Рөстәм Арыҫланов Загреб ҡалаһында уҙған спорт самбоһы буйынса Европа чемпионатында алтын миҙал яуланы.

100 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында Рөстәм Арыҫланов (тренеры Соломон Кобиашвили) Болгария спортсыһы Иван Ильевты еңде. Өсөнсө урынды белорус Юрий Рыбак менән украин Размик Тоноян бүлеште.

Чемпионат йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең йыйылма командаһы 25 миҙал яуланы: 11 алтын, ете көмөш, ете бронза.

Рөстәм Арыҫланов самбо менән генә шөғөлләнмәй, шулай уҡ ул дзюдо, билбау һәм милли көрәш буйынса ярыштарҙа еңеүсе була һәм призлы урындар яулай.