Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 69.67 ↓

20 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Төбәк халҡы әсәлек капиталын торлаҡ һатып алғанда тәүге иғәнәне түләүгә тотона ала

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Дәүләт Думаһы торлаҡ төҙөү йәки һатып алыу өсөн кредит алғанда әсәлек капиталын тәүге иғәнәне түләүгә тотонорға мөмкинлек биргән закон проектын хупланы. Шуның менән бергә әсәлек капиталы менән икенсе бала тыуғас та файҙаланырға мөмкин, тип хәбәр итә ТАСС.

Ғәмәлдәге закон буйынса, капиталды тәүге иғәнә итеп балаға өс йәш тулғандан һуң ғына күсерергә мөмкин.

Әсәлек капиталы аҡсаһын ғаиләләр йыш ҡына үҙҙәренең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотона. Биш йыл эсендә әсәлек капиталын ҡулланыу тураһында ғаризалар менән 3 миллиондан ашыу ғаилә мөрәжәғәт иткән, тип билдәләй закон проектын әҙерләүселәр. 1,89 миллиондан ашыуы иһә аҡсаны торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү өсөн алған кредиттарын ҡаплауға йүнәлткән.

Проект Федерация Советы тарафынан хупланырға һәм уға Рәсәй Президенты ҡул ҡуйырға тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть