8 декабрь, Кесе йома

18 май 2015 йыл, 14:49

Башҡортостан спортсылары Һуҡырҙарҙың бөтә донъя уйындарында 30 миҙал яуланы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан спортсылары Кореяның Сеул ҡалаһында үткән Һуҡырҙарҙың бөтә донъя спорт уйындарында 30 миҙал яуланы. Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында улар 17 алтын, алты көмөш һәм ете бронза миҙал алды.

«Спортсыларыбыҙ өс спорт төрөндә — йөҙөү, еңел атлетика һәм дзюдо буйынса көс һынашты. Йөҙөүселәр Оксана Савченко —  өс, Александр Неволин-Светов —  дүрт, Артур Сәйфетдинов менән Михаил Зимин бер алтын миҙал алып ҡайтты.

Еңел атлеттар Алексей Лабзин (1), Андрей Коптев (1), Анна Сорокина (өс), Елена Паутова (ике) алтын миҙалдарға лайыҡ булды. Дзюдосы Артем Меркулов та юғары награда алды», — тип хәбәр итте Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Елена Ледяйкина.

Миҙалдар һаны буйынса Рәсәй алдынғы урында. Рәсәйҙәрҙең иҫәбендә — 114 миҙал: 48 алтын, 35 көмөш, 31 бронза.