Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Силәбеләр балалар һабантуйына әҙерләнә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

30 майҙа Силәбелә «Һабантуй мозаикаһы» балалар мәҙәни-спорт фестивале уҙа. Сараны ойоштороусылар — Силәбе хакимиәте, Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге, Рәсәй балалар фондының урындағы бүлексәһе булышлығында өлкәнең Башҡорт халыҡ үҙәге.

Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенән хәбәр итеүҙәренсә, был проект мәктәп, интернат уҡыусыларын, балалар йорттары һәм йәмәғәт берекмәһе тәрбиәләнеүселәрен берҙәмлеккә йәлеп итәсәк. Башҡорт мәҙәниәте менән танышыу, Силәбе өлкәһендә йәшәгән милләттәргә ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләү уйын формаһында үтәсәк. Һуңғы ваҡытта һабантуй милләт-ара дуҫлыҡ, ижад һәм спорт байрамына әүерелде.

Байрам программаһында милли көрәш, бағанаға үрмәләү, тоҡтар менән һуғыш, ҙур концерт ҡаралған. Аниматорҙар балалар һәм ата-әсәләр өсөн күңелле уйындар, аттракциондар, конкурстар ойошторасаҡ. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть