9 декабрь, Йома

18 май 2015 йыл, 13:02

«Башнефть» Удмуртияла яңы маркалы бензиндың тәүге партияһын һата башланы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. «Башнефть» компанияһы Евро-5 стандартына тап килгән ATUM-95 юғары класлы яңы автомобиль бензины етештерә һәм һата башланы. Яғыулыҡ BASF компанияһы эксперттары менән берлектә әҙерләнгән, тиелә «Башнефть» компанияһы белдереүендә. Йома көндө ул «Башнефть» йәмғиәтенең Удмуртиялағы 43 автозаправкалау станцияһында һатыла башланы. Башҡортостан һәм Ырымбур өлкәһе заправкаларында иһә яңы яғыулыҡ техник саралар тамамланғас һатыуға сыға.

Компания мәғлүмәттәре буйынса, яғыулыҡ таҙартыу сифаттарына эйә — яғыулыҡ системаһында ултырмалар барлыҡҡа килмәй һәм булған бысраҡлыҡтар ҙа бөтә. ATUM-95 бензины үҙенсәлектәре Германияның Людвигсхафен ҡалаһындағы BASF үҙәгендә һынау барышында раҫланды, тиелә белдереүҙә.

ATUM-92 — «Башнефть» компанияһы етештергән тәүге юғары класлы бензин. Ул 2013 йылдың сентябрендә һатыуға сығарылған.