4 декабрь, Йәкшәмбе

18 май 2015 йыл, 12:24

18 май — Халыҡ-ара музейҙар көнө

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Йыл һайын музей хеҙмәткәрҙәре 18 майҙа үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Был көндө 1977 йылда Халыҡ-ара музейҙар советы ултырышында, совет делегацияһы тейешле тәҡдим менән сығыш яһағандан һуң, билдәләргә хәл ителә. Халыҡ-ара музейҙар көнө донъяның 150-нән ашыу илендә рәсми байрам тип һанала.

Был көндө донъя музейҙары үҙ ишектәрен аса, һәр кем күргәҙмәләр залын, яңы экспонаттарҙы ҡарай ала. Төрлө лекциялар, экскурсиялар, театр тамашалары ойошторола.

Халыҡ-ара музейҙар көнөн байрам итеү сиктәрендә 1999 йылдан «Музейҙар төнө» акцияһы уҙғарыла башланы. Тәүге тапҡыр ул Францияла үткәрелде һәм «Музейҙа яҙ» тип аталды. 2001 йылда акцияла донъяның 39 иле ҡатнашты. Бөгөнгө көндә ул 42 илдә ойошторола.

Рәсәйҙә ошо сарала беренселәрҙән булып Красноярск ҡалаһының музей үҙәге, 2007 йылдан Мәскәү музейҙары ҡатнаша башлай. Өфөлә акция бишенсе йыл уҙғарыла. Төп маҡсаты — заманса музейҙың ресурстарын һәм мөмкинлектәрен күрһәтеү, килеүселәрҙе йәлеп итеү.

Башҡортостанда 90-дан ашыу музей иҫәпләнә, шуларҙың өстән бер өлөшө — дәүләт, ҡалғандары муниципаль музейҙар. Тәүгеһенә Башҡортостандың Милли, Милли әҙәбиәт, Хәрби Дан, М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейҙары һәм уларҙың филиалдары , икенсеһенә тыуған яҡты өйрәнеү һәм мемориаль музейҙар ҡарай.