4 декабрь, Йәкшәмбе

18 май 2015 йыл, 11:23

Рөстәм Хәмитов «1000 велосипедсы көнө» велоуҙышында ҡатнашты

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 17 майҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара велосипедсылар көнөнә арналған «1000 велосипедсы көнө» асыҡ ҡала фестивалендә ҡатнашты. Республика етәксеһе велосипедсылар менән бергәләп Ленин исемендәге майҙандан Совет майҙанына тиклем 10 саҡрым оҙонлоғондағы юл  үтте. Баш ҡалала бишенсе тапҡыр үткәрелгән спорт байрамына ете меңдән ашыу кеше килде.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов фестивалдә ҡатнашыусыларҙың барыһын да велосипедсылар көнө менән ҡотланы: «Элек ул «1000 велосипедсы көнө» булһа, хәҙер иһә «10 мең велосипедсы көнө» тип атала. Беҙ йылдан-йыл артабыҙ. Әүҙем йәшәү рәүеше алып барабыҙ. Һеҙҙе тағы ла бер тапҡыр байрам менән ҡотлайым!».

Велоуҙыштан һуң Рөстәм Хәмитов велосипед хәрәкәте үҫешендә ыңғай динамика күҙәтелеүен билдәләне. «Миңә велосипедтан Өфө бик ныҡ оҡшаны. Ҡаланың үҙәк урамдары матурланған. Юлдарҙы ремонтлаһаҡ, барыһы ла һәйбәт буласаҡ. Велосипедтарға килгәндә, беҙ алға табан барабыҙ. Өфөлә генә түгел, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Ишембайҙа, район үҙәктәрендә лә. Мин барыһын да ошо транспорт төрө менән файҙаланырға саҡырам. Велосипед булғанда, машина кәрәкмәй. Бөгөн һәммәһенең дә кәйефе күтәренке, байрамса. Ниндәйҙер етешһеҙлектәр булһа ла, беҙ уларҙы күрмәйбеҙ. Сараны велосипедсылар союзы ойошторҙо. Уларға ҙур рәхмәт», — тине республика Башлығы.