7 декабрь, Шаршамбы

18 май 2015 йыл, 10:20

Рөстәм Хәмитов «Бөтә Рәсәй ағас ултыртыу көнө» акцияһында ҡатнашты

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөнөң Урмансылар паркында Рөстәм Хәмитов Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған «Бөтә Рәсәй ағас ултыртыу көнө» акцияһында ҡатнашты. Республика етәксеһе шыршы үҫентеләре ултыртты, парк биләмәһен төҙөкләндереү һәм реконструкциялау буйынса үткәрелгән эштәр менән танышты, тип хәбәр итә төбәк Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Былтыр йәй урман паркында 40 гектарҙан күберәк майҙанда санитар ҡырҡыу үткәрелгән, 4 500 кубометрҙан ашыу ҡоро-һары йыйылған. Алты саҡрымдан ашыу оҙонлоҡтағы юл-һуҡмаҡтар тулыһынса төҙөкләндерелгән, велосипедта йөрөүселәр өсөн юлдар һалынған, яҡтыртҡыстар һәм видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйылған. Автомобилдәр өсөн туҡталҡа төҙөлгән, сүп-сар һалыу өсөн урналар һәм биобәҙрәфтәр урынлаштырылған. Спорт майҙансыҡтары, ял итеү урыны һәм балалар ҡаласығы булдырылған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың Урмансылар паркы 1966 йылдың сентябрендә асылған. 2014 йылда республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың башланғысы менән урман паркын төҙөкләндереү проекты ғәмәлгә ашырылды. Республика етәксеһе ошо биләмәлә Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн экологик яҡтан таҙа ял итеү урыны булдырыу бурысын ҡуйғайны.

«Бөтә Рәсәй ағас ултыртыу көнө» сиктәрендә республиканың урман фондының 270 гектар майҙанында, 45 гектар ҡала һәм ауыл биләмәләре ерҙәрендә миллиондан ашыу үҫенте ултыртыу ҡаралған. Сарала 10 меңдән ашыу кеше ҡатнаша.