10 декабрь, Шәмбе

15 май 2015 йыл, 18:17

«Китап уҡыусы троллейбус» акцияһы эстафетаһын «Йәшлек» гәзите редакцияһы ҡабул итте

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Китап уҡыусы троллейбус» акцияһын уҙғарыу эстафетаһын «Йәшлек» гәзите редакцияһы ҡабул итте. Тематик стилдә биҙәлгән электр транспорты бер нисә сәғәткә һуғыш тураһында музыкаль һәм әҙәби әҫәрҙәр яңғыраған әҙәби ҡунаҡханаға әйләнде.

Акция ысын мәғәнәһендә байрамға әүерелде. Журналистар һәр туҡталышта троллейбустан сығып, халыҡ менән аралашты, гәзиттәр таратты һәм китаптар бүләк итте, тип хәбәр итте Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының матбуғат секретары Әлиә Ғәлимова.

— Миңә ҡайҙарҙа ғына сығыш яһарға тура килмәне, әммә шундай шәп акцияла ҡатнашып, әҙәби-музыкаль троллейбуста ҡалабыҙҙа йәшәүселәр өсөн уйнармын тип уйламағайным, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты билдәле баянсы Илшат Яхин.

Саранан «Сылтыр шишмә» ансамбле ҡыҙҙары ла ситтә ҡалманы, улар журналистар һәм пассажирҙар менән бергәләп һуғыш осоро йырҙарын башҡарҙы.

«Китап уҡыусы троллейбус» акцияһының маҡсаты — уҡыусылар менән осрашыу, пассажирҙарҙы гәзит менән таныштырыу. Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына һәм Әҙәбиәт йылына бағышланған, ойоштороусыһы — Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы. Акцияның видеояҙмаһын ведомствоның сайтында ҡарарға мөмкин.