Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↑

EUR 69.47 ↓

25 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктең Урмансылар паркында 200 ылыҫлы ағас ултыртыласаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Башҡортостандың Урмансылар паркында ағас ултыртыу буйынса акция  уҙғарыла. Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, акция 16 майҙа Бөтә Рәсәй ағас ултыртыу көнөндә ойошторола. Әүҙем ағзалар паркта 200 үҫенте ултыртырға ниәтләй.

Бөтә Рәсәй ағас ултыртыу көнө тәүге тапҡыр 2011 йылдың 14 майында үткәрелә. Акция йомғаҡтары буйынса, ете мең гектарҙан ашыу майҙанда 25 миллион самаһы үҫенте ултыртылған. Сарала 60 төбәктән 200 мең тирәһе кеше ҡатнашҡан. Урман хужалығы федераль агентлығының экологик башланғысын Рәсәй Хөкүмәте хупланы һәм ағас ултыртыу көнөн йыл һайын уҙғарырға хәл ителде.

Сараның рәсми датаһы булып майҙың икенсе шәмбеһе иҫәпләнә. Ҡайһы бер төбәктәрҙә ағастар иртәрәк йәки һуңыраҡ, ошо биләмә өсөн ҡулайлы ваҡытта, ултыртыла.

Теги: экология
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть