9 декабрь, Йома

15 май 2015 йыл, 16:46

Башҡортостан «Уңайлы мөхит» программаһына федераль бюджеттан 112,2 миллион һумдан ашыу аласаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 2015 йылда Башҡортостан «Уңайлы мөхит» программаһын ғәмәлгә ашырыу өсөн федераль бюджеттан 112 миллион 211,5 мең һум аласаҡ. Субсидия күләме Рәсәй Хөкүмәте бойороғо менән билдәләнгән. Министрҙар Кабинеты ҡарары менән 3 миллиард һумдан ашыу сумма Рәсәйҙең 71 субъекты араһында бүленәсәк. Башҡортостан — финанслау күләме буйынса тәүге бишәү исемлегендә. Дағстанға — 151,48 миллион һум, Ростов өлкәһенә — 148,1 миллион, Краснодар крайына — 147,1 миллион, Мәскәү өлкәһенә 126 миллион һум аҡса ҡаралған.

«Билдәләнгән аҡсаны алыу өсөн төбәк бюджетынан 30 проценттан да кәм булмаған күләмдә финанслау мөһим. Ағымдағы йылда республика 59359,5 мең һум бүләсәк», — тип аныҡлыҡ индерҙе Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко.