3 декабрь, Шәмбе

15 май 2015 йыл, 16:11

Республика халҡы кондитер изделиеларын етештереүҙе һәм ресторандарҙың эшен үҙ күҙҙәре менән күрә аласаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостан халҡы ресторандарҙың һәм кондитер изделиелары, һөт, нефть химияһы, төҙөлөш материалдары етештереүсе предприятиеларҙың эшен үҙ күҙҙәре менән күрә аласаҡ. 5 июндә республикала «Турникетһыҙ бер көн» акцияһы уҙғарыла. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, был көндө йөҙҙәрсә бәләкәй һәм урта предприятиелар үҙ ишектәрен аса — экскурсиялар үткәрә, үҙҙәренең эшмәкәрлектәре хаҡында һөйләй.

«Акция тураһында предприятиеларға ошо көндәрҙә генә хәбәр иттек. Шуға ҡарамаҫтан, беҙгә һөт, ит сәнәғәтенән, төҙөлөш, медицина өлкәһе вәкилдәренән, юристарҙан, ресторан-кафеларҙан ғаризалар килде. Сығарылыш курс студенттарына эш урындарын күрһәтеү маҡсатында республика вуздарын йәлеп итергә теләйбеҙ. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ла ситтә ҡалмаҫ, моғайын. Был бик ҡыҙыҡлы һәм мөһим сара буласаҡ», — тип һөйләне Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов.

Акцияла ҡатнашасаҡ бәләкәй һәм урта предприятиелар хаҡында мәғлүмәт ведомствоның сайтында баҫыласаҡ.