4 декабрь, Йәкшәмбе

15 май 2015 йыл, 15:35

БДУ-ла үткән халыҡ-ара конференцияла ҡатнашыусылар Өфөлә Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл ҡуйыу тураһында тәҡдимде хупланы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Евразия цивилизацияһы контексында Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәте: үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашыусылар республика Яҙыусылар союзының Әҙәбиәт йылында Өфөлә шағир Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл ҡуйыу тураһында тәҡдимен хупланы. Башҡорт дәүләт университетында башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының 25 йыллығына, Әҙәбиәт йылына һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған конференция булды.

Конференцияла факультетта филология һәм журналистика буйынса яңы йүнәлештәр асыу, уҡыуҙа һәм ижади эшмәкәрлектә ҙур уңыштарға өлгәшкән студенттар өсөн Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғолов исемендәге стипендия булдырыу хаҡында тәҡдимдәр яңғыраны. Сарала ҡатнашыусылар Мостай Кәрим исемендәге фондтың уҡыуҙа, шулай уҡ Мостай Кәримдең биографияһы һәм ижады буйынса фәнни тикшеренеүҙәрҙә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән факультет студенттары өсөн грант тәғәйенләү тураһында тәҡдимен ҡабул итте.

Конференция эшендә Башҡортостан вуздарының һәм ғилми учреждениеларҙың 100-ҙән ашыу вәкиле, аспиранттар һәм мәктәп уҡытыусылары ҡатнашты. Форумда ҡатнашыусыларҙың 130-ҙан ашыу эше тупланған йыйынтыҡ әҙерләнгән. Улар араһында Башҡортостан, Татарстан, Алтай, Мордовия, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Япония, Израиль, Төркиәнең һәм башҡа яҡын, алыҫ сит илдәрҙең фәнни, юғары уҡыу йорттары вәкилдәре бар.

Халыҡ-ара конференция сиктәрендә «Шағир, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичтың төрки телле халыҡтарҙың рухи мәҙәниәтен һәм ижтимағи фекерен үҫтереүҙәге роле» симпозиумы һәм «Глобалләштереү шарттарында әҙәбиәт һәм журналистика» түңәрәк өҫтәле ойошторолдо.