7 декабрь, Шаршамбы

15 май 2015 йыл, 14:41

Баш ҡалала ШОС ағзалары булған дәүләттәрҙең транспорт министрҙары транспорт инфраструктураһын үҫтереү юлдарын тикшерә

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Өфөнөң «Хилтон» ҡунаҡханаһында Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләттәрҙең транспорт министрҙарының VII кәңәшмәһе асылды. Унда ШОС ағзалары булған бөтә дәүләттәрҙең транспорт ведомстволары етәкселәре, Афғанстандың, Белоруссияның, Монголияның һәм Шри-Ланканың транспорт министрҙары, ШОС, Автомобиль транспорты халыҡ-ара союзының генераль секретарҙары, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, Азия һәм Тымыҡ океан өсөн иҡтисади һәм социаль комиссия вәкилдәре, шулай уҡ Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының Эшлекле советы башҡарма секретары, эре транспорт компаниялары һәм ассоциациялары етәкселәре ҡатнаша.

Кәңәшмәне асып, Рәсәйҙең транспорт министры Максим Соколов, транспорт хеҙмәттәшлеге — ШОС ағзалары булған дәүләттәрҙең үҙ-ара килешеп эш итеү өҫтөнлөктәренең береһе, тип билдәләне.

Максим Соколов Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведевтың сәләмләүен уҡып ишеттерҙе. Унда ШОС ағзалары булған дәүләттәрҙең автомобиль юлдарын үҫтереү программаһының айырыуса әһәмиәтле булыуы телгә алына. Өфөләге кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ошо проектты ҡараясаҡ.

Июлдә Өфө ШОС саммитын ҡабул итә. «Башҡортостан иҡтисади үҫеш кимәле буйынса алдынғы ун төбәк иҫәбенә инә. Республиканың баш ҡалаһы Рәсәйҙә ҙур иҡтисади, мәҙәни, спорт, фәнни һәм транспорт үҙәктәренең береһе булып тора», — тине Максим Соколов.  

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы транспорт проекттарының Башҡортостан өсөн әһәмиәтле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Атап әйткәндә, ул Европа — Көнбайыш Ҡытай транспорт коридорының мөһимлеген билдәләне.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар автомобиль, тимер юлы һәм авиация транспорты өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү, транспорт инфраструктураһының яңы объекттарын ойоштороу, яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу хаҡында фекер алышасаҡ.

темалар: шос, транспорт