6 декабрь, Шишәмбе

15 май 2015 йыл, 13:13

Өфөлә спорт сараларын транспорт менән тәьмин итеү тәжрибәһе менән алмашыу буйынса халыҡ-ара конференция бара

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова, Арина Рәхимҡолова/. «Өфө-Арена» комплексында спорт сараларын транспорт менән тәьмин итеүҙе ойоштороу тәжрибәһе менән алмашыу буйынса халыҡ-ара конференция бара. Ҡатнашыу өсөн Башҡортостандың баш ҡалаһына Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләттәрҙең министрҙары етәкселегендә 17 милли делегация һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азия дәүләттәре ассоциацияһы, Азия һәм Тымыҡ океан өсөн иҡтисади һәм социаль комиссия, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе кеүек төбәк халыҡ-ара ойошмаларҙың, дәүләт-ара берләшмәләрҙең етәкселәре килде.

«Хәҙерге ваҡытта беҙҙең төп бурыс — күләмле спорт сараларын транспорт менән тәьмин итеүҙе ойоштороу тәжрибәһе менән алмашыу һәм транспорт инфраструктураһы объекттары мираҫын файҙаланыу мөмкинлеген тикшереү», — тине Рәсәйҙең транспорт министры Максим Соколов.

Уның һүҙҙәренсә, әлеге көндә 2018 йылда үтәсәк футбол буйынса донъя чемпионатына әҙерлек осоро башланды.

«Чемпионат уйындары дүрт сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан Рәсәйҙең 11 ҡалаһында уҙасаҡ. Ҡалалар араһы 600 саҡрым тәшкил итәсәк», — тип билдәләне министр.

Аралар алыҫ булғанлыҡтан, авиация төп транспорт төрө буласаҡ.

Министр Санкт-Петербургта һәм Түбәнге Новгородта яңы метрополитен станцияларын төҙөү пландары хаҡында ла һөйләне. Был автомобилдәргә һәм йәйәүлеләргә йөрөүҙе еңелләштерәсәк. Санкт-Петербургты һәм Мәскәүҙе тоташтырыу өсөн М-11 юғары тиҙлекле автомобиль юлын төҙөү буйынса күләмле проект ғәмәлгә ашырыла.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев билдәләүенсә, «халыҡ-ара кимәлдәге спорт сараларын — йәйге биатлон, йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионаттарын, Бөтә донъя балалар уйындарын үткәреү йәһәтенән тәжрибәбеҙ ҙур. Логистиканы ойоштороу, транспорт мәсьәләһен хәл итеүҙә лә тәжрибәбеҙ етерлек».

темалар: транспорт