Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.69 ↓

EUR 69.09 ↑

19 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

«Өфө» аэропортының яңы халыҡ-ара терминалын рәсми асыу тантанаһы булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.

14 майҙа «Өфө» халыҡ-ара аэропортының яңы терминалын рәсми асыу тантанаһы булды. Унда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләттәрҙең транспорт министрҙары ҡатнашты.

Тантанаға ШОС-тың генераль секретары Дмитрий Мезенцев, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Рәсәйҙең транспорт министры Максим Соколов, Афғанстан Ислам Республикаһының транспорт һәм граждандар авиацияһы министры Баташ Мөхәммәҙулла, Беларусь Республикаһының транспорт һәм коммуникациялар министры Анатолий Сивак, Ҡытай Халыҡ Республикаһының транспорт министры Ян Чуаньтан, Ҡырғыҙ Республикаһының транспорт һәм коммуникациялар министры Арғынбәк Малабаев, Монголияның юл һәм транспорт министры Намхай Тумурхуу, Тажикстан Республикаһының транспорт министры Шерали Ганджалзода, «Үзбәкстан тимер юлдары» дәүләт-акционерҙар тимер юл компанияһы идараһы рәйесенең беренсе урынбаҫары Даврон Дехканов һәм башҡа рәсми кешеләр килде.

– «Өфө»  аэропорты илебеҙҙең ун ҙур аэропорттары иҫәбенә инә. Яңы терминалға, инфраструктураға Рәсәй бюджетынан ярайһы уҡ күләмдә аҡса тотонолған. Был ошо ҡунаҡсыл төбәктән пассажирҙар ташыуҙы үҫтереүгә этәргес буласаҡ, – тине Рәсәйҙең транспорт министры Максим Соколов.

– Транспорт объекттары тарихында тәүге тапҡыр туғыҙ министр бер юлы ошондай ҡоролманы аса. Әлбиттә, был тарихи ваҡиға, – тип билдәләне республика Башлығы Рөстәм Хәмитов. – Аэропортты яңыртыуҙы дауам итеү тураһында ҡарар ҡабул итеүебеҙ бик һәйбәт. Быйылдан проектлауға тотонабыҙ, киләһе йылдан эске һауа юлдары терминалын төҙөй башлаясаҡбыҙ.

Ҡыҙыл таҫманы киҫкәндән һуң, республика ҡунаҡтары пассажирҙарҙың осоп китеү-килеү залдарын ҡараны, шулай уҡ яңы халыҡ-ара терминалдың инфраструктураһы менән танышты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған терминал ике ҡатлы. Тәүгеһендә багаж алыу, тапшырыу урындары, икенсеһендә таможня тикшереүе, хәүефһеҙлек зонаһы һәм халыҡ-ара рейстарҙы көтөү залы урынлашҡан.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть