3 декабрь, Шәмбе

15 май 2015 йыл, 10:15

Баш ҡаланың Юрий Гагарин урамында мемориаль таҡтаташ асылды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 14 майҙа Өфөлә тәүге космонавт Юрий Гагариндың иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы булды.

Был көндө 14/1-се йорт янына илебеҙҙең ракета-йыһан тармағы ветерандары, ҡала хакимиәте вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары, Сипайлово биҫтәһендә йәшәүселәр йыйылды.

Юрий Гагаринға мемориаль таҡтаташ асыуҙа легендар космонавтар — Рәсәйҙең Космонавтика федерацияһы президенты Владимир Коваленок, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройҙары авиация генерал-майоры Виктор Горбатко һәм авиация полковнигы Александр Иванченков ҡатнашты. Улар баш ҡалаға Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған байрам сараларына, «Өфөлә Гагарин көндәре — 2015» республика балалар һәм үҫмерҙәр фестиваленә, Юрий Гагарин кубогына республика олимпиадаһында еңеүселәрҙе бүләкләү өсөн килгән.

Виктор Горбатко — дөйөм йыһан әҙерлегендә ҡатнашҡан космонавтарҙың тәүге отряды вәкиле. Бөгөнгө көндә туғыҙ хәрби летчиктың дүртәүһе генә иҫән. «Юра Бөйөк Ватан һуғышында еңеү яулаған совет халҡының вәкиле булараҡ осош яһаны. Был осош Бөйөк Еңеүҙең дауамы булды. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә беҙ тәүге яһалма спутник осорҙоҡ, Гагарин иһә совет халҡы ерҙә генә түгел, йыһанда ла еңеп сыҡһын өсөн барыһын да эшләне», — тип һөйләне летчик-космонавт.

Тантана һуңында сарала ҡатнашыусылар мемориаль таҡтаташҡа сәскәләр һалды.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: биш ҡатлы йорттоң фасадында летчик-космонавт Юрий Гагариндың ҙур портреты төшөрөлгән. Граффити авторҙары — Өфө рәссамдары Олег Кайбышев менән Артур Лукьянов.