Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Ҡытайҙың транспорт министры Ян Чуаньтан менән осрашты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

14 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ҡытай Халыҡ Республикаһының транспорт министры Ян Чуаньтан менән осрашты, тип хәбәр иттеләр төбәк Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Рөстәм Хәмитов Ҡытай Халыҡ Республикаһының транспорт министрын республика, Башҡортостандың сәнәғәт мөмкинлектәре менән таныштырҙы. Төбәк етәксеһе нефть сығарыу, нефть эшкәртеү, нефть химияһы һәм химия, ауыл хужалығы, автомобиль юлдарын яңыртыу, яңы юлдар төҙөү кеүек тармаҡтарҙың үҫешенә баҫым яһаны.

— Республикабыҙ биләмәһе аша «Көнбайыш Ҡытай — Европа» трассаһы үтәсәк. Ошо трассаның 300 саҡрым самаһы, эре федераль магистралдәр ҙә республикабыҙ аша үтә. Пассажирҙар ташыу буйынса беҙҙең аэропорт Рәсәйҙә һигеҙенсе-туғыҙынсы урынды биләй. Бөгөн һеҙҙең менән аэропорттың яңы халыҡ-ара терминалын асабыҙ, — тип билдәләне республика Башлығы.

Осрашыу барышында һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда Ҡытай Халыҡ Республикаһы төбәктәре менән мөнәсәбәттәрҙең әүҙем үҫешеүе билдәләнде. Бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйылған, инвестиция проекттары тормошҡа ашырыуға әҙерләнә. Рөстәм Хәмитов Ҡытайға тура һауа юлын булдырыу кәрәклеге хаҡында белдерҙе.

— ШОС һәм БРИКС саммиттарынан һуң Рәсәй, Ҡытай Халыҡ Республикаһы һәм Башҡортостан араһында төбәк-ара кимәлдәге бизнес уңышлы үҫешһен өсөн төбәк етәкселәре менән осрашыу үткәрергә ниәтләйбеҙ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Осрашыуҙың тулы стенограммаһы менән Башҡортостан Республикаһы Башлығының рәсми сайтында танышырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть