11 декабрь, Йәкшәмбе

14 май 2015 йыл, 17:51

Рәсәй почтаһы республика халҡына ташламалы хаҡтар буйынса матбуғатҡа яҙылырға тәҡдим итә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. 14 майҙан 23-нә тиклем Башҡортостан халҡы ташламалы хаҡтар буйынса гәзит-журналдарға яҙыла ала. Илдә Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу декадаһы башланды. Был көндәрҙә Рәсәй почтаһы баҫмаларҙы өйгә килтереү буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүҙең дә хаҡтарын кәметте. Федераль баҫмаларға — биш, төбәк һәм урындағы киң мәғлүмәт саралары өсөн 10 процент ташлама ҡаралған.

«Беҙ халыҡ, айырыуса өлкән быуын өсөн баҫма киң мәғлүмәт сараларының ни тиклем мөһим булыуын аңлайбыҙ. Шуға күрә 2015 йылдың 2-се ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу декадаһын икенсе тапҡыр ойошторабыҙ. Ваҡытынан алда үткәрелгән декадала уҡыусыларыбыҙ миллиондан ашыу баҫмаға яҙылды. Ағымдағы ун көнлөктән да яҡшы һөҙөмтәләр көтәбеҙ», — тип билдәләне Рәсәй почтаһының генераль директоры Дмитрий Страшнов.

Илдең бөтә почта бүлексәләрендә матбуғатҡа яҙылыуҙың махсус шарттары тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин.