3 декабрь, Шәмбе

14 май 2015 йыл, 17:01

Өфөлә ҡалалағы иң ҙур «Ете ҡыҙ» фонтаны асыла

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә, Башҡорт опера һәм балет театры янында, диаметры 18 метрлыҡ ҙур фонтан асыла. Фонтандың уртаһына «Ете ҡыҙ» тип аталған бронзанан эшләнгән дүрт метрлыҡ скульптура композицияһы ҡуйыла. Яңы фонтан төҫлө һәм музыкаль итеп эшләнә.

«Әлеге мәлдә инженерлыҡ селтәрҙәрен — һыу үткәргес, канализация, электр кабелен төҙөү тамамланған. Артабан эргәләге биләмәне төҙөкләндереү, ағастар ултыртыу һәм үләндәр сәсеү бурысы тора», — тип хәбәр итте «Уралагротехсервис»тың участка етәксеһе Әнүр Хөсәйенов.

Эштәр график буйынса алып барыла, фонтанды май аҙағында асыу ҡаралған. 2013 йылдан баш ҡалала ял урындары булдырыу, уларҙы реконструкциялау буйынса эштәр башҡарыла. Атап әйткәндә, Ғафури урамындағы сквер, Ленин урамындағы йәйәүлеләр зонаһы, Пушкин урамындағы аллея, Салауат Юлаев исемендәге баҡса төҙөкләндерелгән, тип хәбәр иттеләр Киров районы хакимиәтенән.