10 декабрь, Шәмбе

14 май 2015 йыл, 16:23

Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостанда «май указдары»ның төп положениелары үтәлгән»

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 14 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентының 2012 йылдың 7 майындағы указдарының үтәлеше  буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары һәм Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре ҡатнашты.

Рөстәм Хәмитов ошо указдарҙы ғәмәлгә ашырыу республика Хөкүмәте өсөн бик мөһим тип билдәләне. Һәр позиция буйынса ҙур эш башҡарыла.

— Әгәр һуңғы өс йылдағы эш йомғаҡтарын баһалағанда, указдарҙың төп положениелары үтәлгән, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе. — Әлбиттә, Хөкүмәттең әүҙем эшмәкәрлеген талап иткән айырым позициялар ҙа бар. Әммә Рәсәй Хөкүмәте Башҡортостанда алып барылған эште ыңғай баһалай. Был уҡытыусыларҙың, табиптарҙың, социаль өлкә хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыуға, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы, төҙөлөш тармағындағы яҡшы үҙгәрештәргә бәйле мәсьәләләргә ҡағыла.