6 декабрь, Шишәмбе

14 май 2015 йыл, 15:32

«Китап» нәшриәтендә Башҡортостан умартасылығы тарихы буйынса китап донъя күрҙе

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған «Башҡортостан умартасылығы тарихы» китабы донъя күрҙе. Унда төбәктәге умартасылыҡ үҫешенә ҡыҫҡаса тарихи күҙәтеү бирелгән, билдәле умартасыларҙың һәм уларҙың уҡыусыларының тормошо, урындағы халыҡтың солоҡ умартасылығын тергеҙеүгә һәм һаҡлауға индергән өлөшө хаҡында бәйән ителә.

Баҫманың авторҙары Евгений Петров менән Андрей Гнездин ҡырағай бал ҡорто менән күп йылдар эшләү тәжрибәһе нигеҙендә биологик үҙенсәлектәрҙе өйрәнә, ғәмәлдә ҡулланыу буйынса кәңәштәр бирә, тәҡдимдәр индерә. Уларҙы бойомға ашырыу, һис шикһеҙ, тармаҡты артабан үҫтерергә ярҙам итәсәк. Авторҙар Башҡортостан умартасылығы хаҡында тарихи мәғлүмәттәрҙе Өфө, Ҡазан, Рязань, Мәскәү, Пермь ҡалалары китапханаларында һәм архивтарында туплаған.

Китапты «Китап» нәшриәтенең фирма магазинында һатып алырға мөмкин.

темалар: китап сығарыу