10 декабрь, Шәмбе

14 май 2015 йыл, 14:42

Өфөлә шәкәр диабеты менән сирләүсе балалар өсөн төбәк-ара мәҙәни-спорт фестивале ойошторола

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә «Хыяллан, йәшә, ижад ит!» төбәк-ара мәҙәни-спорт фестивале үтәсәк. Сарала Волга буйы федераль округы төбәктәренән шәкәр диабеты менән сирләүсе балалар ҡатнашасаҡ.

Фестивалде ойоштороусылар — республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы булышлығында Башҡортостан Республикаһының «Феникс» төбәк йәмәғәт ойошмаһы. Сараның маҡсаты — инвалид балаларҙың мөмкинлектәрен асыҡлау, уларҙың йәмәғәт, спорт тормошонда ҡатнашыуын тәьмин итеү.

Фестивалдең беренсе этабы 23 майҙа «Мега» сауҙа комплексында уҙа. Республиканың ҡала-райондарынан саҡырылған шәкәр диабеты менән ауырыған балалар өсөн спорт эстафеталары, конкурстар ойоштороласаҡ, шулай уҡ «Стиль» бейеү студияһының концерты буласаҡ. Был көндө инсулин помпаларын һатып алыу өсөн аҡса йыйыу буйынса «Йәшәргә, хыялланырға, ижад итергә теләйем» SMS-акцияһы башлана.

Икенсе этап йәй аҙағына планлаштырылған. Ноябрҙә үтәсәк гала-концертта фестивалгә йомғаҡ яһаласаҡ һәм еңеүселәр бүләкләнәсәк. Йомғаҡлау этабында Волга буйы федераль округынан һәм Ҡаҙағстандан килгән ҡунаҡтарҙың ҡатнашыуы көтөлә.