Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө балалар филармонияһы «Музейҙар төнө» акцияһына ҡушыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

17 майҙа Өфө балалар филармонияһы «Музейҙар төнө» акцияһына ҡушыла. Балалар филармонияһы киске сәғәт 6-сы яртынан 12-се яртыға тиклем асыҡ буласаҡ.

Өфө хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, сараға килеүселәрҙе бай йөкмәткеле программа көтә. Унда Балалар филармонияһы коллективтары сығышы, рәссамдар Михаил Спиридонов, Владимир Жигулин һәм Дмитрий Павловтың эштәренән торған күргәҙмә, «Сова» театрының лазерлы шоуы, «Гагарин» ансамбленең, ҡаланың «Melony Rockids», «Армия тепла», «Plegma» рок төркөмдәре һәм бейеү студияларының концерты, оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.

Сара рәссамдарҙың Ижади союзы, Өфө хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы булышлығында һәм ҡатнашлығында уҙа.

Инеү ирекле. Өфө балалар филармонияһы Октябрь проспекты, 33 («Өфө универмагы» туҡталышы) адресы буйынса урынлашҡан. Телефон: (347) 223-30-65.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть