10 декабрь, Шәмбе

14 май 2015 йыл, 12:34

Башҡортостан артистары Ҡаҙағстандағы һабантуйҙа ҡатнаша

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 17 майҙа Ҡаҙағстандың Аҡтау ҡалаһында һабантуй уҙғарыла. Байрамда ҡатнашыу өсөн Өфөнән ижади төркөм юлға сыҡты. Быйыл һабантуй Ҡаҙағстан халыҡтары ассамблеяһының 20 йыллығы һәм «Салауат» башҡорт мәҙәни үҙәгенең 25 йыллығы сиктәрендә билдәләнә.

Ғәҙәттәгесә, милли көрәш — һабантуйҙың иң төп бәйге төрө. Шулай уҡ тоҡ кейеп, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, көршәк ватыу, арҡан тартышыу, биҙрә көйәнтәләп уҙышыу кеүек ярыштар буласаҡ. Спорт уйындарынан тыш, ойоштороусылар бай концерт программаһы әҙерләгән.

Байрамға йыйылыусылар алдында Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары: виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, бейеүсе Ильяс Ҡарабулатов, ҡурайсы Илнур Хәйруллин, йырсылар Сәйҙә Ильясова, Филүс Ҡалмурзин, Башҡорт драма театры актеры Хөрмәтулла Үтәшев сығыш яһаясаҡ.

Ҡаланың ижади коллективтары һәм спортсылар ҙа үҙҙәренең сәнғәтен һәм спорт ҡаҙаныштарын күрһәтәсәк. Байрамда Башҡортостандың Ҡаҙағстан Республикаһындағы вәкиле Ренарт Яуынбаевтың, «Салауат» башҡорт мәҙәни үҙәге рәйесе Урал Аҙнабаевтың ҡатнашыуы көтөлә.