3 декабрь, Шәмбе

14 май 2015 йыл, 11:59

Киләһе йылдан республикала ҙур юл проекттарын ғәмәлгә ашырыу башлана

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. 2016 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда Өфө ҡалаһынан М-5 федераль трассаһына яңы сығыу юлы һәм Стәрлетамаҡ — Ҡағы — Магнитогорск автомобиль юлы һалына башлаясаҡ. Был хаҡта Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты коллегияһында Проектлы финанслауҙың федераль үҙәге директоры Александр Яшечкин хәбәр итте. Ике проект та әҙер, улар буйынса килешеү һәм конкурс документтары әҙерләнгән, тип билдәләне ул.

Александр Яшечкин һүҙҙәренсә, Өфөнән М-5 трассаһына сығыу юлы өс өлөштән: автомобиль юлы туннеленән, күперҙән һәм уларҙы федераль трасса менән тоташтырыусы юлдан тора. Стәрлетамаҡ — Ҡағы — Магнитогорск юлын төҙөү ике этапҡа бүленгән. Тәүгеһе — 80 саҡрым оҙонлоҡтағы Стәрлетамаҡ — Ҡағы юлы участкаһын яңыртыу. Икенсе бурыс — 78, 5 саҡрымлыҡ Ҡағы — Магнитогорск участкаһын проектлау һәм төҙөү.

Хәҙер ошо проекттар буйынса финанс моделе булдырылған. Ул ике осраҡта ла оҡшаш һәм шәхси инвестициялар йәлеп итергә мөмкинлек бирә.

Юлдарҙы түләүле итеү күҙ уңында тотола. «Түләү күләмен республика билдәләй. Ағымдағы трафикка ярашлы М5 проекты буйынса еңел автомобилдәр өсөн бер тапҡыр юл йөрөү хаҡы — 150, йөк машиналары һәм автобустар өсөн 300 һум. Урындағы автомобиль хужалары йыллыҡ абонемент һатып ала ала. Стәрлетамаҡ — Ҡағы — Магнитогорск юлындағы тарифтар: еңел автомобилдәр — бер саҡрым өсөн 10 һум, йөк машиналары өсөн 20 һум», — тип һөйләне Александр Яшечкин.

2015 йылдың икенсе-өсөнсө кварталында ике проект буйынса ла конкурс иғлан итеү, 2016 йылдың 1 ғинуарынан төҙөлөштө башлау күҙ уңында тотола.