10 декабрь, Шәмбе

14 май 2015 йыл, 10:38

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәте ултырышын үткәрҙе

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 14 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 13 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәте ултырышын үткәрҙе. Унда урмандарҙы үҙләштереү өлкәһендә өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу барышы, дәүләт унитар предприятиелары һәм хужалыҡ йәмғиәттәре әҙерләгән бизнес-пландарҙы раҫлау йомғаҡтары, шулай уҡ суд эштәрен ҡарағанда Башҡортостан мәнфәғәттәрен яҡлауҙы тәьмин итеү буйынса эш һөҙөмтәләре тикшерелде.

Һуңғы бер нисә йылда урман тармағындағы хәл тотороҡланды, тип билдәләне төбәк етәксеһе. Инвестиция проекттарына һалынған аҡсаның дөйөм күләме өс миллиард һумдан ашҡан. Белорет районында яңы ағас эшкәртеү предприятиелары асылды, Өфө фанера комбинаты яңыртылды, 600-ҙән ашыу эш урыны барлыҡҡа килде.

Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновациялы сәйәсәт министры Алексей Карпухин үҙ сығышында урмандарҙы үҙләштереү өлкәһендә өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу барышын ыңғай баһаланы. Хәҙерге ваҡытта республикала 30-ҙан артыҡ шундай проект ғәмәлгә ашырыла. Шуларҙың өсәүһе ошо йүнәлеш буйынса өҫтөнлөклө инвестиция проекттарының федераль исемлегенә индерелгән.

Башҡортостан Башлығы министрҙың сығышын тәнҡит күҙлегенән баһаланы.

— Инвесторҙарҙың вәғәҙәләренә ҡарамаҫтан, һөҙөмтәләр юҡ тиерлек. Беҙ «Селена» урман сәнәғәте компанияһындағы ҡатмарлыҡтар хаҡында беләбеҙ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — «Башлеспром» сығарған фанера тулыһынса экспортҡа ебәрелә. Ағас республикабыҙҙан ситкә китә. Беҙҙә эш урындары буйынса отчеттар, ағасы ҡырҡылған диләнкәләр генә тороп ҡала. Яңы предприятиелар барлыҡҡа килгәс, хәл бер аҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрер, моғайын.

Алексей Карпухин республикала булдырыла башлаған урман эшкәртеү кластеры хаҡында хәбәр итте. Мәҫәлән, урманды тергеҙеү мәсьәләләрен ҡуртымға алыусыларға түгел, ә урман хужалыҡтарына, емеш-еләк питомниктарына йөкмәтергә тәҡдим ителә.

— «Ҙур химия» форумы сиктәрендә 21 майҙа Өфөлә Санкт-Петербург тауар-сеймал биржаһы менән республикала уның филиалын асыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу планлаштырылған, — тине министр.

Рөстәм Хәмитов профилле министрлыҡтарға урман участкаларын ҡуртымға алыусылар менән килешеүҙәрҙе яңыса баһаларға, шулай уҡ Урман биржаһын һәм урман эшкәртеү кластерын булдырыу буйынса тәҡдимдәрҙе республика Хөкүмәте Ҡарары проектына индерергә ҡушты.

Ултырышта дәүләт унитар предприятиелары һәм хужалыҡ йәмғиәттәре әҙерләгән бизнес-пландарҙы раҫлау йомғаҡтары тикшерелде. Башҡортостан Башлығы дәүләт унитар предприятиелары эшмәкәрлеген әүҙемләштерергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.