11 декабрь, Йәкшәмбе

13 май 2015 йыл, 18:13

Быйыл йәйге осорҙа республикала 2802 һауыҡтырыу учреждениеһы балаларҙы ҡабул итәсәк

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Быйыл республикала балалар һауыҡтырыу кампанияһы осоронда 2802 һауыҡтырыу учреждениеһы, шул иҫәптән 95 ҡала ситендәге лагерҙар, 33 шифахана һәм 1475 көндөҙгө ял үҙәктәре, 1079 хеҙмәт һәм ял лагерҙары эшләйәсәк. 120 палаткалы лагерҙа биш меңгә яҡын бала ял итәсәк.

Башҡортостан Мәғариф министрлығының тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлегенең баш белгесе Рәмзиә Биҡҡужина билдәләүенсә, республикала йәйге каникулдар тамамланғансы 383 мең бала сәләмәтлеген нығыта аласаҡ.

Уның һүҙҙәренсә, 3500-ҙән ашыу бала төбәктән ситтә ял итәсәк. Өс мең самаһы уҡыусы — Ҡара диңгеҙ буйындағы «Орленок» лагерына, 550-гә яҡыны «Артек» халыҡ-ара балалар үҙәгенә юлланасаҡ.

темалар: йәйге ял