11 декабрь, Йәкшәмбе

13 май 2015 йыл, 17:48

Төбәктең күп функциялы үҙәктәрендә әсәлек капиталының 20 мең һумын алырға ғаризалар ҡабул ителә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. 13 майҙан Башҡортостандағы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктең бөтә бүлектәрендә әсәлек капиталының 20 мең һумын алырға ғаризалар ҡабул ителә. Был хаҡта күп функциялы үҙәктең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Бер тапҡыр бирелә торган әлеге аҡса 2015 йылдың аҙағына ҡәҙәр сертификатлы булған һәр ғаиләгә бирелә. Ғаризаны 2016 йылдың 31 мартына тиклем тапшырырға кәрәк. Ғаризалар сертификат эйәләренән йәки уларҙың законлы вәкилдәренән ҡабул ителә.

Әсәлек капиталынан бер тапҡыр бирелә торған түләү 2015 йылдың 20 апрелендәге «Әсәлек капиталы иҫәбенә бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһында» 88-се Федераль законға ярашлы тормошҡа ашырыла.