Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Эшкә урынлашҡанда хеҙмәт хаҡы рәсәйҙәр өсөн төп фактор булып ҡала — ВЦИОМ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Эшкә урынлашҡанда хеҙмәт хаҡы рәсәйҙәр өсөн төп фактор булып ҡала. Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса (ВЦИОМ), һорау бирелгәндәрҙең 63 проценты шулай яуаплаған.

Икенсе урында — уңайлы график һәм урын. Был хаҡта респонденттарҙың 25 проценты белдергән. Шулай уҡ граждандар социаль гарантияларға һәм яҡшы йыһазландырылған эш урынына иғтибар итә. Улар һәр бишенсе кеше өсөн мөһим.

Һөнәри үҫеш өсөн мөмкинлектәр булыуы респонденттарҙың 18 процентын эшкә урынлашыу тураһында ҡарар ҡабул итергә мәжбүр итә ала. Әммә бер йылда был фактор һиҙелерлек кәмегән — 2014 йылда 27 проценттан алып.

Рәсәйҙәрҙең 14 проценты өсөн рәсми эшкә урынлашыу һәм өҫтәмә социаль пакеттың булыуы мөһим. Бары тик респонденттарҙың ете проценты ғына эш һайлағанда иң мөһиме — буласаҡ коллегалар менән яҡшы мөнәсәбәттәр тип билдәләгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть