8 декабрь, Кесе йома

13 май 2015 йыл, 16:23

Башҡортостан биләмәһе буйлап «Интеллектуаль Ебәк юлы» карауаны үтә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 17 июлдә Севастополдә инновациялы халыҡ-ара проект — «Интеллектуаль Ебәк юлы» автокарауаны башлана. Ул Ҡырғыҙстан Республикаһының Ысыҡкүл буйында тамамлана. 5 сентябргә тиклем 60 ҡатнашыусы 11 ҙур ҡалала туҡтап, дүрт ил (Рәсәй, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан) аша үтә. Улар — Севастополь, Ярославль, Яр Саллы, Ырымбур, Өфө, Астана, Алматы, Нарын, Ош, Бишкәк, Дүшәнбе.

Бөгөн, 13 майҙа, «Башинформ» агентлығының конференциялар залында сараны ойоштороусылар яңы проект хаҡында һөйләне.

Карауанда Рәсәйҙең, Ҡырғыҙстандың, Ҡаҙағстандың, Тажикстандың, Ҡытай Халыҡ Республикаһының һәм Һиндостандың белем биреү университеттары һәм ғилми-тикшеренеү институттары ҡатнаша. Карауан сиктәрендә ғилми-ғәмәли конференциялар һәм форумдар, түңәрәк өҫтәлдәр, этник фестивалдәр ҡаралған. 29-30 июлдә Өфөлә Һинд мәҙәниәте фестивале һәм түңәрәк өҫтәлдәр уҙа.

Быйыл проект рус ғалимы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре П.П.Семенов-Тян-Шанский иҫтәлегенә арналған. Был йылда уның Урта Азияға барыуына һәм рус экспедицияһының Тянь-Шань тауына менеүенә 160 йыл тула. Шулай уҡ карауанда ҡатнашыусылар үҙҙәренең проектын Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына бағышлай.

Киләсәктә сараны Европа һәм Азия университеттарын йәлеп итеп, йыл һайын ойошторорға планлаштырыла.