4 декабрь, Йәкшәмбе

13 май 2015 йыл, 15:35

Республикала ярҙам күрһәтеүселәр ветерандарға бүләктәр тапшырыуын дауам итә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда «Бөйөк Еңеүгә тиклем 100 көн» хәйриә марафоны барышында 600 мең һумдан ашыу аҡса йыйылды. Милләт сәләмәтлеге лигаһы фондынан башланғыс алған акция 9 майҙа тамамланды. Әммә изге эштәр дауам итә.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, марафон барышында йыйылған аҡсаға 165 һыу таҙартыу фильтры һатып алынған һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға бирелгән. Бынан тыш, тағы 80 ветеран шундай уҡ бүләк алған. 19 майҙа Стәрлетамаҡ районында йәнә 20 фильтр тапшырыла.

«Алты ветеран ойошмаһына ҙур фильтрҙар һәм һыу ҡоролмалары бирелде. Алдағы көндәрҙә тағы дүрт ойошмаға тапшырабыҙ. Шулай уҡ госпиталдәргә кәнфиттәр, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар өсөн йоҡа полиэтилен плащтар һатып алдыҡ», — тип һөйләне фондтың башҡарма директоры, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Рима Шәйҙуллина.

Марафон барышында йыйылған аҡсанан «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында һауыҡтырыу хеҙмәттәре өсөн 100 мең һум түләнәсәк.

Рима Шәйҙуллина билдәләүенсә, республика халҡы хәйриә акцияһында әүҙем ҡатнашҡан. Айырыуса Яңауыл, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй һәм Краснокама райондарында йәшәүселәр тос өлөш индергән. Марафонда шулай уҡ Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы, республиканың ауыл хужалығы, мәғариф, мәҙәниәт министрлыҡтары ла ситтә ҡалмаған. Предприятиелар һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҙур ярҙам күрһәткән.

«Акция тамамланһа ла, иҫәпкә аҡса килеүен дауам итә. Улар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың һаулығын нығытыуға йүнәлтеләсәк», — тип хәбәр итте Рима Шәйҙуллина.