6 декабрь, Шишәмбе

13 май 2015 йыл, 14:17

Башҡортостанда мөһим дарыуҙарға өҫтәмә хаҡты төбәк властары билдәләйәсәк

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Рәсәй Хөкүмәте 6 майҙағы 434-се ҡарары менән ғүмер өсөн мөһим һәм кәрәкле дарыуҙар исемлегенә ингән препараттарға хаҡтарҙы төбәк кимәлендә контролдә тотоу тәртибен раҫланы. Документ Министрҙар кабинеты сайтында баҫылған.

Ҡарарға ярашлы, бындай дарыуҙарға өҫтәмә хаҡты төбәк властары билдәләй. Тимәк, аптекаларҙа мөһим дарыуҙарҙың хаҡы һатыу һәм төбәктә билдәләнгән өҫтәмә хаҡҡа бәйле буласаҡ.

Ҡарар дарыуҙар менән күмәртәләп һатыу итеүсе ойошмаларға, дарыуханаларға, фармацевтика эшмәкәрлеге алып барыу өсөн лицензияһы булған эшҡыуарҙарға, медицина ойошмаларына ҡағыла.

Төбәк дәүләт контроле системалы рәүештә күҙәтеүҙе, тикшереүҙәр үткәреүҙе, тәртип боҙоуҙарҙы бөтөрөү һәм тәртип боҙоусыларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу буйынса саралар күреүҙе күҙ уңында тота.

Ғүмер өсөн мөһим һәм кәрәкле дарыуҙар исемлеге менән бында танышырға мөмкин.