Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан һылыуы «Мисс Азия-Урал 2015» конкурсында тауыш биреүҙә беренсе урында килә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 13 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Әлеге мәлдә Башҡортостан һылыуы Венера Байрамғолова «Мисс Азия-Урал» конкурсында интернет аша тауыш биреүҙә беренсе урында бара. Тауыш биреү тамамланды, тип хәбәр итте ойоштороусылар «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге рәсми төркөмдә. Хәҙер администраторҙар бөтә балдарҙы тикшерәсәк.

Интернет аша тауыш биреү тамамланған мәлгә Венера Байрамғолова 34,9 процент тауыш йыйған. Бүрәт Республикаһы гүзәле унан 0,6 процентҡа ғына ҡалыша. Өсөнсө урында — Ҡаҙағстан вәкиле.

Тауыш биреү һөҙөмтәләре «Тамашасылар һөйөүе» номинацияһында бүләкләгәндә иҫәпкә алына. «Мисс Азия-Урал» титулын алыу өсөн ҡыҙҙарға Екатеринбургта үтәсәк бәйгелә үҙ һәләттәрен күрһәтергә кәрәк.

Йыл һайын Уралдың баш ҡалаһында «Мисс Азия-Урал» интернациональ гүзәллек конкурсы ойошторола. Быйылғы миҙгелдә Башҡортостан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Татарстан, Тыва, Ҡырғыҙстан, Саха (Яҡут), Бүрәт республикалары вәкилдәре ҡатнаша. Былтыр еңеүсе тажын Ҡаҙағстан вәкиле Асель Кейекбаева яуланы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть